Осрашмағыҙ. Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *



Юлия Друнина

Осрашмағыҙ тәүге һөйгән менән,
Нисек булған, шулай ҡалһын да -
Тиңһеҙ бәхет, тиңһеҙ әрнеүме ул,
Йә аръяҡта тынған йыр-моңдай.

Ынтылмағыҙ юҡҡа үткәндәргә -
Иҫтәгенән башҡа ул бөгөн...
Күңелдәрҙә беҙҙең һис юғында
Изге хистәр ҡалһын саф көйө



Не встречайтесь с первою любовью,
Пусть она останется такой -
Острым счастьем, или острой болью,
Или песней, смолкшей за рекой.

Не тянитесь к прошлому, не стоит -
Все иным покажется сейчас...
Пусть хотя бы самое святое
Неизменным остается в нас.

2015